Башҡортостанда май указдары нисек үтәлә?

Тулыраҡ: Башҡортостанда май указдары нисек үтәлә?

Быйыл рәсәй президентының «май» указдарын үтәү өсөн федераль ҡаҙна 14 миллиард 500 миллион һум бүлә. 2012 йылда Владимир Путин раҫлаған социаль гарантияларҙы үҫтереү программаһында уның президент мөҙҙәте дауамында Рәсәй иҡтисады өлгәшергә тейешле булған күрһәткестәр бар ине. Шул иҫәптән улар араһында 2017 йылға бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын 100% йәки төбәк буйынса уртаса хеҙмәт хаҡынан 200% тиклем арттырыу тураһында указ бар. Был төбәк бюджеттарына йөкләмәне арттырҙы, шуға күрә һуңғараҡ указды үтәү ваҡыты 2018 йылға тиклем оҙайтылды.