Ғәбдөк ауылында фажиғә

Тулыраҡ: Ғәбдөк ауылында фажиғә

Республикала көслө циклон. Синоптиктар ҡайһы бер райондарҙа һауа температураһы төнөн урыны менән -36 градуска тиклем төшөүе тураһында хәбәр итә. Ел тиҙлегенең секундына 15-20 метрғаса етеүе ихтимал. Ҡотҡарыусылар халыҡты мөмкин тиклем иғтибарлы булырға саҡыра. Үткән көндәрҙә, Белорет районының Ғәбдөк ауылында көслө дауыл бер-нисә йорттоң ҡыйығын алып осорған, бер өйҙө тулыһынса емергән. Был өйҙәр былтыр ғына төҙөлгөн булған. Шылтыратыуҙарға ҡарамаҫтан, әле һаман ауылға ҡотҡарыусылар килмәгән.