Оборона етештереү комплексында диверсификацияны ҡоралланыу буйынса дәүләт заказын башҡарған кеүек үк ҙур яуаплылыҡ менән үткәреү мөһим. Владимир Путин Өфөләге эш сәфәре барышында шулай тип белдерҙе. Ил президенты дәүләт оборона заказын үтәгән иң эре предприятиеларҙың береһе — Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә булып эшселәр менән осрашты һәм етәкселәр менән кәңәшмә үткәрҙе. Өфө моторҙар эшләү берекмәһе Рәсәйҙә авиация двигателдәренең иң яңы өлгөләрен етештереүсе предприятие. Бында Су истребителдәре өсөн турбореактив двигателдәр сығарыла, Өфө моторсылары шулай уҡ егерме беренсе быуаттың магистраль самолеты өсөн ПД-14 двигателен ҡороу кооперацияһында ҡатнаша. Әле предприятиела 24 меңдән ашыу белгес эшләй. Владимир Путинға улар ҡыҙыҡлы һорауҙар бирҙе. Уңышлы предприятеларға ниңә дан танытыусы наградалар биреүҙе тергеҙмәҫкә.Эшселәрҙе шулай уҡ торлаҡ, ипотека шарттары ҡыҙыҡһындыра. Һәм предприятиеның киләсәге борсой. Оборона заказы 2020 йылдан кәмей төшә, артабан тауар етештереүҙең ҡайһы йүнәлештәрен үҫтереү көтөлә. Владимир Путин ҡоралланыу программаһының тотороҡло булыуын, Өфө моторҙар эшләү берекмәһе двигателдәренең ихтыяж менән файҙаланыуын билдәләй. Ил етәксеһе етештереү исемлеген гражданлыҡ тауарҙары иҫәбенә киңәйтеү яҡлы. Тик улар юғары технологиялы һәм юғары сифатлы булырға тейеш. Ошо хаҡта ул оборона сәнәғәте комплексында диверсификация мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә белдерә. Граждандар өсөн юғары технологик тауар етештергәндә заводтың тулы ҡеүәтен файҙаланыу мөһим, был йәһәттән финанс ташламалар, диверсификацияның башланғыс этабында старт заказдарын туплау, бында иһә тәү сиратта дәүләт ҡатнашлығындағы предприятиеларҙы йәлеп итеү отошло, ти Владимир Путин. Оборона-сәнәғәт компексы предприятиеларында граждандар өсөн тауар етештереү күләмен 2025 йылға 30, 2030 йылға 50 процентҡа еткереү илдең стратегик бурыстарының береһе. Бынан тыш, предприятиелар электрэнергетиканы яңыртыу, цифрлы иҡтисадты үҫтереү, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын йыһазландырыу, биләмәләрҙе экологик сафландырыу, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү индустрияһын төҙөү кеүек мөһим программаларҙа ла ҡатнашырға бурыслы. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов ил президентына Башҡортостанда 2012 йылдың май указдарын бойомға ашырыу барышы тураһында һөйләне. Төбәк йылды яҡшы һөҙөмтәләр менән йомғаҡланы, хеҙмәт хаҡы уртаса өс ярым процентҡа артты, тип белдерҙе Рөстәм Зәки улы.Эш сәфәре барышында Владимир Путин Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе мөфтөй Тәлғәт Тажетдин менән дә осрашты. Рәсәйҙең иң боронғо ғибәҙәтханаларының береһе — беренсе Өфө собор мәсетен ҡараны. Ил президенты Башҡортостанда бөгөн мәсеттәр һанынынң артыуын хупланы. Диндең традицион йүнәлештәрен үҫтереүҙә шулай уҡ ислам өлкәһендә белгестәр әҙерләү программаһын юғары баһаланы. Ошо уҡ төндө Владимир Путин Ҡаҙанға юлланды.
Ни өсөн Владимир Путин Өфө моторҙар эшләү предприятиеһы хеҙмәткәренә рәхмәт белдерҙе?
Тулыраҡ: Ни өсөн Владимир Путин Өфө моторҙар эшләү предприятиеһы хеҙмәткәренә рәхмәт белдерҙе?