Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Америка дәүләт департаменты етәксеһе Рекс Тиллерсон Сүриәне һәм Рәсәйҙе тыныс халыҡҡа ҡарата химик ҡорал ҡулланыуҙа ғәйепләне. Белгестәр әйтеүенсә, был, әлбиттә, иҫбатланмаған белдереү. Ошондай юл менән Ҡушма Штаттар Рәсәйҙе ғәйепләү өсөн химик һөжүмде тағыла бер сәбәп булараҡ файҙаланырға тырыша.Глобалләшең процессы көрсөккә терәлде. Был турала Давста үткән иҡтисади форумда Франция президенты Эммануэль Макрон белдерҙе. Сәйәсмән фекренсә, стратегияны үҙгәртергә кәрәк. Германия канцлеры Ангела Мркель Европа берлеге дәүләттәрен милли мәнфәғәттәрҙе алға һөргән өсөн тәнҡит утына тотто. Халыҡ-ара олимпия комитеты ҡарары менән риза булмаған спортсылар аппеляция бирҙе. Уларҙы ярыштарҙан ситләштереү тураһындаға ҡарар дөрөҫ булмаған осраҡта ла, спортсылар киләһе ҡышҡы Олимпиадала ҡатнаша алмаясаҡ. Лондонда водителдең уй-хистәрен белә алған автомобиль эшләгәндәр. Уның салонында махсус ҡорамалдар ҡуйылған. Улар руль артында ултырыусының кәйефен билдәләп махсус панельға сығара.