Егерҙар һәм инспекторҙар хайуан-ҡоштарҙың һанын алдан билдәләнгән 35 маршрут буйынса асыҡлай. Ул киләһе һунар миҙгеленә квоталарҙы билдәләгәндә иҫәпкә алына. Мәҫәлән, республиканың үҙәк өлөшөндәге бер нисә районда быйыл ҡуяндарға һунар тыйылған. Был аҙаҡҡы йылдарҙа ҡыҫҡа ҡойроҡтарҙың кәмеүенә бәйле. Ялан буйлап ҡыҙырыусы мышыларҙы һунарсыларға ғына түгел, хатта юл буйында китеп барыусыларға ла йыш осратырға тура килә. Тик бөтә йәнлектәрҙе лә күҙ менән күреп иҫәпләү мөмкин түгел. Бының өсөн электән һыналған ысул бар. Инспектор тәүҙә эҙҙәрҙе юйып сыға, икенсе көнгә билдәләнгән ошо уҡ маршруттан үтеп яңыларын асыҡлай. Был эштә урман хужалығы, тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы белгестәре, һунарсылыҡ вәкилдәре, егерҙар ҡатнаша. Уларға ике ай эсендә республика урман яландары буйлап 71 мең саҡрым юл үтергә тура киләсәк. Уның күп өлөшөн машина, ҡаргиҙәрҙә...Урман һәм тауҙарҙа саңғыға баҫырға тура килә. Көнөнә инспекторҙар йәйәүләп 10-15 километр юл үтә.Бер нисә сәғәт элек кенә тапалған эҙ шунда уҡ картала билдәләнеп мышының ҡайһы яҡҡа юл тотҡаны теркәп ҡуйыла. Мәғлүмәт киләһе һунар миҙгеленә йәнлек аулауға квота биргәндә ҡулланыла. Мәҫәлән, былтыр ҡуяндар һаны кәмегән, быйыл уларға һунар тыйылған.Ҡырағай хайуандарҙың һанын иҫәпләү еңел эш түгел, ти инспекторҙар. Бының өсөн оҫталыҡ та, таҫыллыҡ та кәрәк.Ҡышҡы иҫәп алыу февраль аҙағына тиклем дауам итә. Унан республикалағы 35 маршрут берләштерелеп Башҡортостандағы ҡырағай хайуандар популяцияһы картаһы төҙөлә. Уға ҡарап ҡайһы районда ниндәй йәнлеккә һунар рөхсәт итеү-итмәү хәл ителә.
Башҡортостанда ҡырағай йәнлектәрҙең иҫәбен алыу башланды
Тулыраҡ: Башҡортостанда ҡырағай йәнлектәрҙең иҫәбен алыу башланды