Оҙаҡламай ер биләмәләренең теүәл хаҡын дөрөҫ иҫәпләп буласаҡ. Сөнки Башҡортостан тупрағының электрон картаһын төҙөйҙәр.
Был проект республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты араһындағы килешеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Тәү ҡарауға төҫлө ҡорамаға оҡшаған һүрәттә, ысынында бик мөһим мәғлүмәттәр туплана. Башҡорт дәүләт аграр университетында республиканың тупраҡ картаһын цифрлы форматҡа әйләндерәләр.Яңы картала тупраҡтың төрҙәре, уларҙың билдәләре, химик составы һәм утыҙ йыл арауығындағы үҙгәрештәр күрһәтелә. Сөнки ошондай карта һуңғы тапҡыр үткән быуаттың 80-се йылдарында төҙөлгән. Шуға ла университет белгестәренә булған мәғлүмәттәрҙе ҡағыҙҙан компьютерға күсереүҙән тыш, яңыларын да тупларға тура килә.Топографик мәғлүмәттән тыш, ерҙең уңдырышлығын белеү мөһим. Шуға ла тупраҡтың өлгөләрен лабораторияға ебәреп, анализ эшләйҙәр. Ғалимдар әйтеүенсә, тупраҡ – ул тере йән. Уны һаҡсыл ҡулланмаһаң, уңдырышлығы кәмей, хаҡы ла төшә. Тикшеренеүҙәр эталон тупраҡтар Ҡырмыҫҡалы районында булыуын күрһәткән. Тимәк, был мәғлүмәттәр ярҙамында ерҙең кадастр хаҡын да белергә була.
Әле электрон картаға биш район – Өфө, Иглин, Бөрө, Ҡырмыҫҡалы һәм Шишмә индерелгән. Киләсәктә бөтә Башҡортостан буйынса материал туплап, райондар һанын 54-кә тултырыу маҡсаты тора.Университетта республиканың барлыҡ мөйөштәренән дә йыйылған тупраҡтарҙан күргәҙмә ойошторорға уйлайҙар .
Әлеге бында 13 райондың яңы өлгөләре бар. Был тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәһе Башҡортостандың төп байлыҡтарының береһе – ер ресурстарын дөрөҫ ҡулланырға һәм уңдырышлы тупраҡты һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк.