Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Татарстанға эш сәфәре барышында Рәсәй президенты Владимир Путин Ҡазан авиция заводы аэродромында булып ракеталар ташыу өсөн тәғәйенләнгән Ту-160М2 самолетының осоуын ҡараны. Ил етәксеһе уныңмөмкинлектәрен һәм конструкцияһын юғары баһаланы.
  • Италияла тимер юл һәләкәтендә һәләк булыусылар 3 кешегә еткән. 100 кеше йәрәхәтләнгән. Ҡотҡарыусылар 350 кешене эвакуациялаған. Сәғәтенә 100 километр тиҙлек менән барыусы поезд тимер юл вокзалы янында ҡапыл туҡтай. Баҡтиһәң, Локомотив йығылған бер-нисә вагонды һөйрәп алып барған булған. Бер вагон бағанаға бәрелеп поезды туҡтата.
  • Парижда үткән аҙнала башланған ҡойма ямғырҙар Сена йылғаһын ярҙарынан сығарҙы. Францияның башҡалаһы янында йылға кимәле норманан өс тапҡырға тиерлек артҡан. Яр буйы һәм айырым кварталдар һыу аҫтында ҡалған. Метроның ҡайһы бер станциялары 31 ғинуарға тиклем ябылған.
  • Тайванда сәс ҡырҡыусы бер егет сәнғәттең бик үҙенсәлекле төрөн үҙләштереп ярайһы ғына күп аҡса эшләй башлаған. Ул клиенттарының соңҡаларында ҡайсы һәм триммер ярҙамында Америка президенты Дональд Трамптың һүрәтен эшләй.