БДПУ студенттар көнө уңайынан ҙур байрам ойошторҙо

Тулыраҡ: БДПУ студенттар көнө уңайынан ҙур байрам ойошторҙо

Унда республика башлығы Рәстәм Хәмитов та килде. Ул барлыҡ студенттарҙы байрам менән тәбрикләп, теләктәрен еткерҙе. Студенттар көнө уңайына Башҡорт Дәүләт педагогия университеты янындағы майҙанда, ғәҙәттәгесә, ҙур байрам ойошторолдо. Һәр бер факультеттан йәштәр бергә йырлап-бейеп күңел асты.Билдәле булыуынса, студенттар көнөн Татьяна көнө тип тә йөрөтәләр. 1755 йылдың Изге Татьяна көнөндә батшабикә Елизавета “Мәскәү университеты тураһында “указға ҡул ҡуя. Әйткәндәй, батшабикә йәшәгән йылдарҙағы төрлө ғөрөф-ғәҙәттәр бөгөнгө көнгә тиклем дә йәшәй.Студенттар көнө йыл һайын үҙенсәлекле үтә. Мәҫәлән быйыл да йола буйынса, һәр бер студент балдан эшләнгән эсемлек эсеп ҡараны. Әйткәндәй, быйыл ғына йөҙ литрға яҡын эсемлек эшләнгән.Республикала әле 200 меңдән ашыу студент иҫәпләнә. Шуларҙың йөҙ меңдән ашыуы юғары уҡыу йорттарында, ә ҡалған йөҙ меңе урта белем биреү йорттарында уҡый. Әйткәндәй, быйыл Башҡорт дәүләт университеты студенттарын Рөстәм Хәмитов үҙе тәбрикләп теләктәрен еткерҙе.Рәсәйҙә быйыл волонтерҙар йылы тип билдәләнгән. Шул уңайҙан башҡорт Дәүләт педагогия университеты студенттары изге эштәр акцияһын асты.Студент йылдары һәр кешенең иҫендә ҡала. Киләсәк тә белемле йәштәр ҡулында. Шуға ла студент саҡтан уҡ уҡыуға ынтылыу һәм үҙ һөнәреңде үҫтереү төп бурыстарҙың береһе булып һанала.