Юлдарҙа уяу булығыҙ

Тулыраҡ: Юлдарҙа уяу булығыҙ

Республиканың юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы етәксеһе Динар Ғилметдинов бөгөн үҙ блогында Саҡмағош районындағы аварияға бәйле яңы мәғлүмәттәр иғлан итте. Ике кешенең үлеменә һәм 5 кешенең йәрәхәтләнеүенә килтергән был аварияла ВАЗ водителе ғәйепле. Ул төп юлдан килеүсе БМВ-ны үткәрмәгән. Һөҙөмтәлә ВАЗ водителе һәм уның 22 йәшлек улы урында уҡ һәләк булды. Сит ил машинаһы водителе һәм уның 3 пассажиры дауханаға килтерелгән.