Күмертау авиация етештереү предприятиеһы март аҙағына тиклем карапҡа ултырыу мөмкинлегенә эйә булған ике Ка-226Т вертолетын заказ биреүсегә тапшырасаҡ. Улар Рәсәй Федерацияһының махсус тәғәйенләнештәге авиацияһын тулыландырасаҡ. Бынан тыш, милли гвардия ғәскәрҙәре өсөн дә предприятиела вертолет етештерелә. Ул июнь айында тапшырыласаҡ. Һуңғы йылдарҙа предприятие етештереү ҡеүәттәрен арттыра, ул Рәсәйҙең көс ведомстволарынан яңы заказдар ҡабул итеүгә тулыһынса әҙер. Ка-226Т вертолеты заманса борт ҡорамалдары комплексы менән йыһазландырылған, ул диңгеҙҙә ҡырыҫ һауа шарттарында ла эшләүгә яраҡлаштырылған. Дәүләт оборона заказы сиктәрендә Күмертау авиация предприятиеһы Ка-27 вертолеттарын ремонтлау һәм яңынан йыйыу эштәрен алып бара. Быйыл Рәсәй Оборона министрлығы ҡарамағына дүрт Ка-27М вертолеты тапшырыласаҡ.
Күмертауҙың вертолеттар эшләүсе предприятиеһы яңы кимәлгә сыға
Тулыраҡ: Күмертауҙың вертолеттар эшләүсе предприятиеһы яңы кимәлгә сыға