Рәсәйҙең ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә федераль күҙәтеү хеҙмәте бөгөн ашығыс хәбәр таратты. Төркиәнең Артвин, Ризе, Трабзон виләйәттәрендә Зика биҙгәген таратыусылар барлығы асыҡланған.Серәкәйҙәрҙең йәшәү урыны илдең үҙәк райондарына һәм Ҡара диңгеҙҙең төньяғына таралыуы фаразлана. Рәсми властар Төркиә биләмәһендә Зика биҙгәген йөрөтөүсе серәкәйҙәрҙең таралыуын туҡтатыу буйынса саралар күрә. «Роспотребнадзор» идаралығы сәфәр күҙаллағана был хәлде күҙ уңында тоторға кәңәш итә. Уҙған йылдың октябрендә Башҡортостандан дүрт кеше Кубала был ауырыу менән зарарланғайны.
Төркиәгә барыусылар иғтибарына
Тулыраҡ: Төркиәгә барыусылар иғтибарына