Башҡортостанда киҙеүгә ҡаршы прививка эшләү кампанияһы тамамланды

Тулыраҡ: Башҡортостанда киҙеүгә ҡаршы прививка эшләү кампанияһы тамамланды

Республикала 1 миллиондан 700 меңдән ашыу кешегә прививка яһалған, уларҙың 503 меңе баш ҡалала йәшәй. 1 миллион 250 мең өлкән кеше һәм 350 мең бала федераль ҡаҙна, 102 мең самаһы эш биреүселәр иҫәбенә һәм үҙ аҡсаһына прививкаланған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү органында.