Яҙҙы бергәләп яҡынайтайыҡ

Тулыраҡ: Яҙҙы бергәләп яҡынайтайыҡ

1 ғинуарҙан алып Рәсәй 1 каналының төбәк тапшырыуҙары һәм Рәсәй-Башҡортостан радиоһы эфирҙары мультиплексҡа инде. Ошо ҡыуаныстан беҙ “Цифралы яҙ” тип аталған акция башланыҡ. Рәсәй теле һәм радио тапшырыуҙар селтәре менән берлектә барған бәйге Рәсәй-Башҡортостан радиоһы һәм Рәсәй 1 – Башҡортостан каналы эфирҙарында бара. 23 ғинуарҙа тәүге цифралы приставка уйнатылды. “Хәйерле иртә, республика!” программаһы студияһында еңеүсе иғлан ителде. “Самауыр” тапшырыуының тура эфирына шылтыратыусы радиотыңлаусылар араһынан Юлиә Бугаенко Телеүҙәк вышкаһының бейеклеген дөрөҫ атап, цифралы приставка отто. Тәүге еңеүсегә бүләкте Рәсәй теле һәм радио тапшырыуҙар селтәре компанияһы вәкилдәре менән бергә тапшырҙыҡ.Алты йыл элек Юлиә ғаиләһе менән Себерҙән күсеп килә. Бер яҡын кешеһе лә булмаған ҡалала радио уның тәүге дуҫына әйләнә. Тап радиотапшырыуҙар аша төбәктә барған ваҡиғалар, яңылыҡтар менән таныша. Яратҡан радиоһы — “Башҡортостан” радиоһына бәйле мәғлүмәттәр менән дә ул шуға күрә яҡшы таныш. Радионы хәҙер ул йоҡо бүлмәһендә тыңлай ала. Мультиплекстың тәүге пакетына 3 радио ингән. Улар араһында Рәсәй-Башҡортостан радиоһы ла бар. Приставка тоташтырылғандан һуң телеканалдарҙың сигналын да телевизор яҡшы тота. Бугаенко ғаиләһе мультиплексҡа ингән 20 каналды хәҙер цифралы сифатта бушлай ҡараясаҡ.“Цифралы яҙ” акцияһы апрелгә тиклем дауам итәсәк. Унда теләгән һәр кем ҡатнашып, ошондай приставка ота ала. Бының өсөн һәр шишәмбе иртәнге 8-ҙән алып 9-ға тиклем Рәсәй-Башҡортостан радиоһының “Самауыр” тапшырыуында алып барыусыларҙың һорауына дөрөҫ яуап бирергә кәрәк. Шул уҡ иртәлә, туғыҙҙан унға тиклем, Рәсәй1-Башҡортостан каналының “Хәйерле иртә, республика!” тапшырыуында еңеүсе биләдәләнәсәк.Самауыр тапшырыуының алып барыусылары Айгөл Кантюкова һәм Константин Бережной 30 ғинуар эфирында 89,5 фм йышлығында тағы ла бер цифралы приставка уйнатасаҡ. Был юлы ла хеҙмәттәштәребеҙ ҡыҙыҡлы һорау әҙерләй. “Цифралы яҙ” теле һәм радио викторинаһының был аҙналағы еңеүсеһен иртәгә Хәйерле иртә, республика! тапшырыуында белерһегеҙ.