- Төркиә махсус операция барышында Сүриәләге “Бурсея” тигән стратегик бейеклекте алыуы тураһында хәбәр итте. Әммә ошо белдереүҙән һуң күп тә үтмәне төрөк армияһы һәм Сүриәнең ирекле армияһы курдтар менән ҡаты алышҡа инде һәм сигенә башланы. Төркиәнең генераль штабы хәбәр итеүенсә, кисә генә 70 курд һуғышсыһы юҡ ителгән. Үткән аҙнала Вашингтон Сүриә курдтарын ҡорал менән тәьмин итеүҙе туҡтатырға ҡарар иткәйне. Был йәһәттән рәсми Анкара беҙ Ҡушма Штаттарҙан аныҡ аҙымдар көтәбеҙ тип белдерҙе.
- Аденда Көнъяҡ Йемендың бойондороҡһоҙлоғо яҡлылар һәм хөкүмәт ғәскәрҙәре араһында ҡаты бәрелештәр теркәлгән. 20 кеше һәләк булған. Ғәрәп киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, хөкүмәтте отставкаға ебәреүҙе талап итеп ҡаршылыҡ акциялары үткәреүҙе тыйыу Адендағы хәлде күпкә ҡатмарлаштырған. Ил премьер-министры быны фетнә тип баһалаған һәм ике яҡтан да утты туҡтатырға, хәрбиҙәрҙе казармаларға ҡайтырға саҡырған.
- Ҡабулда ҡылынған террор ғәмәле өсөн яуаплылыҡты “Талибан” хәрәкәте үҙ өҫтөнә алған. Унда 90 кешенең ғүмере өҙөлгәйне. “Талибан” Рәсәй юғары суды ҡарары менән террор ойошмалары исемлегенә индерелгән.
- Рәсәйҙең хоккей буйынса йыйылма комндаһы Пхёнчханда үтәсәк Олимпия уйындарына Тула самауыры һәм прәниген алып барасаҡ. Илья Ковальчук, Павел Дацюк һәм Кирилл Капризов 30 килограмлыҡ тәмлекәс эшләүҙә ҡатнашҡан. Ошондай аҙым менән Тула Рәсәй спортсыларына теләктәшлек белдерергә ниәтләй.
- Аргентинала карнавалдар үтә. Матурлығы һәм сағыулығы буйынса ул Бразилия карнавалынан һис тә ҡалышмай. Шуныһы ла мөһим, Аргентинала был байрам февраль аҙағына тиклем һәр шәмбе ойошторола. Буэнос-Айрес әле туристар менән тулған.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре