„Рост-капитал„ ҡулланыусылар йәмғиәтенән алданған пенсионерҙар суд тупһаһын тапарға мәжбүр. Йәмғиәт ябылған, аҡсалар юҡ, етәкселәр һаҡ аҫтында. Иртә менән суд бинаһы ишеге алдына йыйылған был кешеләрҙе ҡартайған көндәрендә баштарына төшкән бәлә берләштерә. „Рост-капитал„ ҡулланыусылар йәмғиәтенең шәп рекламаһы ҡорбанына әйләнеп, һалынған сумманы 24 процентҡа тиклем арттырам тип, булған аҡсаларынан да яҙа улар. Күмертау ҡалаһында йәшәүсе Александр Быков та матур вәғәҙәләргә ышанып, 100 мең һумдан баш ҡаға.мутлашыусылар тоҙағына 60 йәшен тултырған Гөлзифа Усманова ла эләгә. Йыйылып ятҡан аҡсаға хаҡлы ялға сыҡҡас иркенләп сит илдәргә ял итергә йөрөргә хыялланған ханыма хәҙер иһә 8 мең пенсия менән генә сикләнергә тура килә.Кеше алдаусылар үҙҙәренең „ҡара„ бизнесын Башҡортостандың көнъяғында тарата. Алданыусылар иһә юғалған аҡсаны суд аша ҡайтарырға уйлай.Аферистар ҡармағына Стәрлетамаҡ, Күмертау, Ишембай, Мәләүездә йәшәүсе халыҡ эләгә. Шуға ололарға тағы ла Өфөгә юлланырға кәрәк буласаҡ, сөнки ултырыш икенсе тапҡыр бер-нисә көндән һуң ғына ҡарала. Башҡортостанда был кооператив арҡаһында 300-ҙән ашыу халыҡ алдана. Хәҙер иһә үҙҙәренең аҡсаларын үҫтерергә һалған хаҡлы ялдағылар суд ишек төбөн тапарға мәжбүр. Низаҡтар ҡасан тамамланыр, әлегә билдәһеҙ.
Сатлама һыуыҡта ғәҙеллек эҙләп Өфөгә
Тулыраҡ: Сатлама һыуыҡта ғәҙеллек эҙләп Өфөгә