Был хаҡта бөгөн “Хәйерле иртә, республика” тапшырыуында Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин белдерҙе. Рәсәй президенты үткән аҙнала Өфөгә эш сәфәре ваҡытында Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин менән дә осрашҡайны. Владимир Путин Рәсәйҙең иң боронғо ғибәҙәтханаларының береһе — беренсе Өфө йәмиғ мәсетен ҡараны. Ил президенты Башҡортостанда бөгөн мәсеттәр һанының артыуын хупланы. Диндең традицион йүнәлештәрен үҫтереүҙә шулай уҡ ислам өлкәһендә белгестәр әҙерләү программаһын юғары баһаланы.
Сентябрҙә Башҡортостанға Төркиә президенты Рәжәп Эрдогандың килеүе көтөлә
Тулыраҡ: Сентябрҙә Башҡортостанға Төркиә президенты Рәжәп Эрдогандың килеүе көтөлә