Республикала беренсе бала тыуған осраҡта матди ярҙам алыуға ғаризалар ҡабул ителә башланы. Ғаилә йылында ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеү программаһын бойомға ашырыу маҡсатында федераль бюджеттан Башҡортостанға ярты миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Кескәй Милана яңы аҡсалата ярҙам төрөнөң тик 2018 йылда тыуған сабыйҙарға иҫәпләнгәнен белгән кеүек көтөлгән көндән ике аҙнаға һуңлап донъяға килгән. Хәҙер уның әсәһе күләмле дәүләт ярҙамын файҙалана ала. Балаһын ул яңғыҙы тәрбиәләй. Йәшәү минимумы күләмендәге аҡсаның ай һайын килеп тороуы йәш әсә өсөн бик мөһим. Олеся республикала бындай түләүҙе ала башлаған беренсе әсә. Түләүгә 2018 йылда беренсе балаһы тыуған йәиһә тәүге баланы уллыҡҡа алған ғаиләләр дәғүә итә. Ғаризаны кәрәкле документтар йыйылғас халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалдарына тапшырырға мөмкин. Күҙаллауҙар буйынса Башҡортостанда бындай түләүҙәргә быйыл ғына ун меңгә яҡын ғаилә дәғүә итә. Әлегә бары өс әсә ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Уларҙың барыһы ла Өфөлә йәшәй. Яңы төр түләүҙәр буйынса ғаризалар икенсе балаһы тыуған әсәләрҙән дә ҡабул ителә. Мохтаж тип танылғандарға әсәлек капиталы иҫәбенән ай һайын ҡулаҡса түләнәсәк. Республикала йәш ярымға тиклемге бала тәрбиәләгән әсәләр өсөн шулай уҡ социаль хеҙмәткәр ярҙамы программаһы ла уңышлы эшләй. Кисектергеһеҙ мәшәҡәттәрен башҡарғансы улар сабыйын 2-3 сәғәткә социаль хеҙмәткәр ҡарамағына ҡалдыра ала.
Беренсе бала өсөн матди ярҙам
Тулыраҡ: Беренсе бала өсөн матди ярҙам