Мәктәп, фельдшер-акушер пункты, китапхана һәм балалар баҡсаһы бер ҡыйыҡ аҫтында. Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылында заманса мәҙәни – белем биреү үҙәге төҙөлөшө тамамлана. Әле иң кескәйҙәр өсөн тәғәйенләнгән өлөшөндә биҙәкләү эштәре бара, марттан балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен аса. Әлегә 50-нән ашыу бала авария хәлендәге иҫке бинала тәрбиәләнә. Үткән быуаттың 80-се йылдарында төҙөлгән балалар баҡсаһын йылытыр өсөн ҡарауылсылар төн буйына ошондай 4 мейесте яғып сыға. Әммә иҫке бинаның иҙәне һыуыҡ, балаларҙы төшкө йоҡоға ла йылыраҡ бүлмәлә сиратлап һалырға мәжбүрҙәр. Уңайһыҙлыҡтар бының менән генә сикләнмәй.30 йылдан ашыу ваҡыт эсендә бер нисә быуын балаларҙы тәрбиәләп сығарған ағас йорт хәле ата-әсәләрҙе лә борсоуға һала. Шуға ла яңыһын олоһо ла кесеһе лә түҙемһеҙләнеп көтә. Уңайлыҡтар ғына түгел, мөмкинлектәр ҙә артасаҡ, ти комплекс директоры Азамат Ишйәров. Яңы балалар баҡсаһында һәр төркөмгә айырым уйын, йоҡо бүлмәләре һәм ашхана ҡаралған. Балалар тиҙҙән быға тиклем күрмәгән спорт залында ла шөғөлләнә аласаҡ. Яңы балалар баҡсаһы майҙаны менән генә түгел, йыһазландырылыуы менән дә заманса комплекс икәнен дәлилләй. Әгәр көн дауамында бала ауырып китһә уны табип менән ошондай махсус камераға урынлаштыралар, берҙән ул иптәштәре менән һәр саҡ бәйләнештә, икенсенән вирус башҡа балаларға йоҡмай.
Балалар баҡсаһы Мәҙәни – белем биреү үҙәгенең бер өлөшө генә. Республика адреслы инвестиция программаһы буйынса төҙөлгән объект шулай уҡ мәктәп, китапхана һәм фельдшер-акушерлыҡ пунктын берләштерә. Белем усаҡтарының бергә булыуы эште ойоштороу йәһәтенән отошло ти комплекс етәкселеге. Объекттың хаҡы 59 миллионн һум тәшкил итә. Бина тыштан тулыһынса әҙер, әле эске ағартыу эштәре ҡалған. Төҙөүселәр бер нисә сменаға бүленеп эшләй, сантехника, ашхана өсөн ҡоролма, мебель ҡайтарылған. Мәктәпкәсә учреждение ауылда балалар баҡсаһына сиратты тулыһынса хәл итәсәк. Иҫке бинала тәрбиәләнгән 55, уға өҫтәп сираттағы 20 бала яҙҙың тәүге көнөндә яңы балалар баҡсаһы ишеген асасаҡ.