Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейеме «ҡашмау»ға арналған ғилми-ғәмәли конференция Нестеров исемендәге Башҡорт художество музейында үтте. Башҡорт милли кейемдәре матурлығы, сағыулығы, бай биҙәлешле менән тәү ҡарауҙа уҡ иғтибарҙы йәлеп итә. Уларҙы кейгән ҡатын-ҡыҙҙар Башҡорт художество музейында ойошторолған ғилми-ғәмәли конференцияның төп биҙәге булып торҙо. Милли кейем тегеү оҫталары башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейемендә “ҡашмау”, уны һаҡлау, үҫтереү һәм әҙерләү мәсьәләһен тикшерҙе. Был боронғо биҙәүестәрҙе, орнаменттарҙы тергеҙгән ваҡытта хаталар булмаһын өсөн эшләнә, ти белгестәр. Конференция «Селтәр» студияһы оҫталары ҡатнашлығында уҙҙы. Ағинәйҙәр ҡатнашыусыларға милли йолаларҙы күрһәтеп, оҫталыҡтары менән бүлеште. Студияның ағзаһы Альбина Исхаҡова үҙенең һикһән йәшендә лә, йәштәрҙән ҡалышмай өҙҙөрөп бейей, үҙенең тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Хәҙерге быуында милли кейемдәргә иғтибар артыуы ҡыуандыра ти, Альбина Хажим ҡыҙы. «Селтәр» студияһында башҡорт милли кейемдәренең тарихын ныҡлы өйрәнеп, борон нисек булған шулай тергеҙәләр. Унда шөғөлләнгән бер төркөм йәштәр үҙ ҡулдары менән ҡашмау эшләп алған да инде.Ҡашмауҙарҙың биҙәлеше төрлө булһа ла, уның тегелеше шулай уҡ ҡала. Ғәҙәттәгесә, ҡашмау ике өлөштән — башлыҡтан һәм оҙон ғына, тар ҡойроҡтан тора.Ҡашмауҙың түбәһе йыһан менән бәйләнештә булыу, көс туплау өсөн асыҡ итеп эшләнгән. Ә уның ҡойроғо умыртҡа һөйәген, арҡаны насар энергиянан күҙ тейеүеҙән һаҡлаған. Ә башлыҡтың ике осон тоташтырып торған, был һаҡал ни тиклем селтәрле һәм ҡалын булһа, уның хужабикәһе лә шул тиклем уҫал булған, тип иҫәпләнә. Милли кейемдәр, биҙәүестәр, ысын мәғәнәһендә башҡорт ҡатынының хазинаһы, милли ҡомартҡы булып тора. Бөгөнгә тиклем һаҡланып ҡалған икән, беҙ уны киләһе быуынға ла еткерергә бурыслы.
Өфөлә «ҡашмау»ҙы һаҡлау, үҫтереү һәм әҙерләү мәсьәләләре тикшерелде
Тулыраҡ: Өфөлә «ҡашмау»ҙы һаҡлау, үҫтереү һәм әҙерләү мәсьәләләре тикшерелде