Милли көрәш, суҡмар ырғытыу, йәйәнән уҡ атыу, “Ылаҡ”, ат сабышы, “Урал батыр эпосын” яттан һөйләү. Бөрйән районында үткән “Урал батырҙың ҡышҡы уйындары” башҡорт халыҡ милли уйындарын берләштерҙе. Ҡарағай ағасынан юнып эшләнгән 25 килограммлыҡ суҡмарҙы ырғытыу өсөн көс һәм физик әҙерлек кәрәк. Бынан тыш, майҙанда йәйәнән уҡ атыу, милли көрәш буйынса турнир үтте, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр ярышты. Баймаҡ районы һыйбайлыларының “Ылаҡ” уйынын күптәр яратып ҡараны. Быйыл байрамға республиканың төрлө төбәктәренән 500-ҙән ашыу кеше килде. Ҡышҡы селлә башҡорттар өсөн бер ни ҙә түгел, ти ҡатнашыусылар. Ҡунаҡтар һәм ойоштороусылар әйтеүенсә, “Урал батыр” уйындарының киләсәге ҙур. Тик уны яңы кимәлгә сығарырға, этнотуризмдың бер йүнәлеше итеп алырға кәрәк.
Урал батырҙың ҡышҡы уйындары
Тулыраҡ: Урал батырҙың ҡышҡы уйындары