Өфөнөң Дим биҫтәһендә газ менән ағыуланыуған ике баланы табиптар ҡотҡарҙы. Уларҙың хәле көндән-көн яҡшыра бара.Был фажиғәгә бәйле яңы мәғлүмәттәр билдәле булды. Йортта төтөн торбалары дөрөҫ урынлаштырылмаған булған. Шул сәбәпле һөрөм елләтеү торбалары аша йортҡа ингән.Дим районы хакимиәте төҙөүсе ойошма һәм баш архитектор менән берлектә хәҙер йортто тикшерергә тейеш. Шулай итеп, тик табиптарҙың тырышлығы менән генә ике бала тере ҡалды.
Табиптар ике баланы үлемдән ҡотҡарҙы
Тулыраҡ: Табиптар ике баланы үлемдән ҡотҡарҙы