Башҡортостанда “Һаҡсыл поликлиника” проекты тормошҡа ашырыла. Ул медицина хеҙмәткәрҙәренең эшен еңеләйтә һәм сирлеләргә уңайлыҡтар булдыра. Бынан тыш, поликлиникалар заманса технологиялар менән тәьмин ителә. Ошондай поликлиника хаҡында башҡа ҡалаларҙа йәшәүселәр хыяллана ғына ала. Бер ниндәй ҙә сират юҡ. Сирлеләргә уңайлы булһын өсөн медицина учреждениеһы заманса технологиялар менән дә тәьмин ителгән. Бында банкттағы кеүек. Табиптарға электрон терминал аша яҙылырға кәрәк. Поликлиникала проект тормошҡа ашырыла башлағас, табиптарға сират кәмегән. Был иһә күберәк сирлеләрҙе хеҙмәтләндерергә мөмкинлек бирә. Шулай уҡ, терапевтҡа тиҙ арала яҙылырға һәм көнөндә үк эләгергә була.Әгәр, халыҡҡа оҡшай икән, тимәк, дөрөҫ йүнәлештә эшләйбеҙ, ти табиптар. Пациенттар күрһәтелгән медицина ярҙамы һәм яғымлы хеҙмәткәрҙәрҙән ҡәнәғәт.Медицина учреждениеһы “Һаҡсыл поликлиника” проектында ҡатнаша. Ул проблемаларҙы төрлө яҡлап хәл итергә ярҙам итә. Проекттың маҡсаты – дауаханаларҙа һәм поликлиникаларҙа уңайлы мөхит булдырыу һәм кешеләргә сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү. Башланғысты “Росатом” дәүләт корпорацияһы тормошҡа ашыра. Башҡортостанда “Һаҡсыл поликлиника” проектыда 4 медицина учреждениеһы ҡатнаша, йыл аҙағына 16-ғә етер, тип көтөлә.Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашыуҙа ла “Һаҡсыл поликлиника” проекты тураһында һүҙ барҙы. Бынан тыш, республика етәкселеге “Һаҡсыл хөкүмәт” проекты менән дә ҡыҙыҡһына.“Һаҡсыл хөкүмәт” проекты Рәсәйҙең 5 төбәгендә һынау үтә. Ул министрлыҡ-ведомстволарҙың эшмәкәрлеген көйләргә тейеш.
Киләсәк поликлиникаһы нисек булырға тейеш?
Тулыраҡ: Киләсәк поликлиникаһы нисек булырға тейеш?