Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу комитеты ултырышында ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов республикала орлоҡсолоҡ тураһындағы законға үҙгәрештәр индереү тәҡдимен яҡларға саҡырҙы.Башҡортостан игенселәрен элиталы орлоҡтарҙың юғары хаҡы, башҡаларҙың түбән сифаты бөлдөрә. Шәкәр сөгөлдөрө менән кукуруз сәсеү өсөн гибридтар тулыһынса сит илдән алына, көнбағыштың 50 проценты ла сит ил орлоҡтарынан үҫтерелә. Былтырғы климат шарттарында иһә көнбағыштан үҙебеҙҙә етештерелгән орлоҡ файҙаланғандар ғына юғары уңыш алған. Ауыл хужалығы министры орлоҡсолоҡҡа өҫтөнлөк биргән фермерҙарҙы кооперативтарға берләштереп һәм селекция менән шөғөлләнгән учреждениеларға субсидиялар биреү мөмкинлеген ҡарап төбәк шарттарында юғары уңышҡа өмөт бағлар орлоҡтар етештереүҙе әүҙемләштереү яҡлы. Орлоҡ әйләнешен күҙәтеү маҡсатында ул электрон сертификатлау индерергә тәҡдим итә.
Башҡортостан ауыл хужалығында орлоҡсолоҡ тармағын тергеҙеү талап ителә
Тулыраҡ: Башҡортостан ауыл хужалығында орлоҡсолоҡ тармағын тергеҙеү талап ителә