Сифатлы һүрәт Урал аръяғы райондарына ла барып етте

Тулыраҡ: Сифатлы һүрәт Урал аръяғы райондарына ла барып етте

Ҙур ҡалалар һәм бәләкәй ауылдар араһындағы мәғлүмәти тигеҙһеҙлекте цифралы телевидение хәл итә. Республиканың географик йәһәттән иң ҡатмарлы рельефлы төбәгендә бушлай сигнал таратыусы 31 ҡоролма урынлаштырылған. Тау башындағы антенна-мачта ҡоролмаһына ҡеүәтле техникала ғына үтергә мөмкин. Инженерҙар район халҡын цифралы сигнал менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү өсөн уны даими көйләп тора. Быны заманса телевидение дәүеренең йөрәге тип атарға ла мөмкин. Унан сыҡҡан 1 тулҡынлы сигналға 10 каналдан торған пакет беркетелә.Ирәндек тауының иң бөйөк нөктәләренең береһендә урынлаштырылан 50 метрлыҡ башня 25 километр радиусҡа цифралы сигнал таратырға һәләтле. Уның төп өлөшө Баймаҡ ҡалаһына тура килә. Барлығы районда ошондай 9 ҡоролма ҡуйылған. Был 120 мең кеше цифралы телевидениены бушлай ҡарай ала тигән һүҙ. Цифра тураһында ишетеп Байтуриндар ғаиләһе лә приставка һатып ала. Уны аш бүлмәһендәге иҫке телевизорҙа һынап ҡарарға булалар. Тоташтырыу өсөн артыҡ оҫталыҡ талап ителмәй. Быға тиклем йорт антеннаһы аша яҙа-йоҙа ике канал күрһәтһә, хәҙер иҫке ҡумтам терелгәндәй булып китте, ти йорт хужабикәһе.Әйткәндәй, цифралы сигналды тотор өсөн приставка тик 2014 йылға тиклем сыҡҡан телевизорҙарға ғына талап ителә. Яңыларында ДВБ Т2 сигналын ҡабул итеүсе ҡоролма бар һәм каналды көйләр өсөн автоэҙләүгә баҫырға ғына кәрәк. Хәҙер быға тиклем ҡуйылған спутниктан баш тартырға ла мөмкин.Цифралы телевидение эраһы Башҡортостанды ла яулап алды. Республиканың хатта Урал аръяғы кеүек ҡатмарлы рельефлы төбәгендә лә халыҡтың 95 проценты хәҙер телевидениены бушлай юғары сифатта ҡарай ала.