Беренсе концертта уҡ мәҙәни сюрприз

Тулыраҡ: Беренсе концертта уҡ мәҙәни сюрприз

Бер йыл эсендә “Зәйнетдин” этно-шоу проектын булдырып, йөҙҙән ашыу концерт-фестивалдәрҙә сығыш яһаған популяр музыкант Зәйнетдин үҙенең беренсе концертына әҙерләнә. Башҡортостан Дәүләт концерт залында үтәсәк ҙур шоу-программала тамашасаны ун биш төрлө башҡорт музыка ҡоралдарында уйналған төрлө көйҙәрҙән тыш, мәҙәни сюрприздар ҙә көтә. Мәсетле районы егете алдына ниндәй маҡсаттар ҡуйған һәм концертҡа әҙерлек ниндәй кимәлдә? Дүрт йәшенән сәхнә иҙәнен тапаған Зәйнетдинды хәҙер белмәгән кеше юҡ. Ун биш төрлө башҡорт музыка ҡоралында төрлө көй сығарған һәм шул уҡ ваҡытта билдәле йырҙарға заманса аранжировкалар яһаусы башҡорт егете ҡыҫҡа ваҡыт эсендә әллә күпме тамашасы күңелен яуланы.Башҡорт милли музыка ҡоралдарының бар серҙәренә төшөнгән егет бер йыл эсендә “Zainetdin” тип аталған этно-шоу проекты булдыра. Ошо арауыҡта Төркиә, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан илдәрендә концерт менән сығыш яһай, сит ил халҡын башҡорт музыка ҡоралдары менән таныштыра. Бигерәк тә беҙҙең йәш быуынға бәләкәйҙән үк башҡорт мәҙәниәтен, сәнғәтен белеп үҫеү мөһим, тип һанай Зәйнетдин. Шул уңайҙан ул һуңғы ваҡытта мәктәп-гимназияларҙа уҡыусыларға концерт ҡуя, музыка ҡоралдары тураһында һөйләй.Уҡыусыларҙы музыка ҡоралдары аша заманса көйҙәргә бейеткән һәм йырлатҡан Зәйнетдин ижады күптәрҙе хайран ҡалдыра. Тырыш таш тишер, тип яңғырай башҡорт халыҡ мәҡәле. Бер йыл эсендә үҙенең проектын булдырып, йөҙҙән ашыу концерт – фестивальдәрҙә ҡатнашҡан Зәйнетдин әле иһә үҙенең беренсе концертына әҙерләнә. Март айында үтәсәк концертта заманса көйҙәрҙән тыш, тамашасыға мәҙәни сюрприздар ҙа әҙерләнгән.Концерттың маҡсаты ла ябай – башҡорт ҡына түгел, ә башҡа халыҡтарҙы ла үҙебеҙҙең музыка ҡоралдары менән таныштырыу, мәҙәниәткә һөйөү уятыу. Тәүге концертында Зәйнетдин шулай уҡ «Урал батыр» эпосынан өҙөктө өзләп башҡарырға йыйына. Киләсәктә йәш артист Башҡортостан буйлап гастролдәргә сығырға уйлай.