Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы Рәсәй президенты вазифаһына дәғүә итеүселәрҙе яҡлап һайлаусылар ҡултамғалары ҡуйылған документтарҙы ҡабул итеүҙе тамамланы. Улар ентекләп тикшерелгәндән һуң-10 февралгә президент һайлауында ҡатнашасаҡ кандидаттарҙың теүәл һаны билдәле буласаҡ. Хәҙер ситтә тауыш биреү өсөн талондар алыу кәрәкмәй. Республикала һайлау көнөндә ҡайҙа булаһығыҙ, шул урында тауыш биреүгә ғаризалар ҡабул итә башланылар. Башҡортостандың күп функциялы үҙәктәре Рәсәй президенты һайлауында тауыш биреү өсөн ғаризалар ҡабул итә башланы. Ошо мөмкинлек менән тәүгеләрҙән булып ҡулланыусылар араһында Руслан Низамов та бар. Ул Әбйәлил районында йәшәй, әммә һайлау көнөндә Өфөлә эштә буласаҡ. Һайлауҙарҙа ҡатнашыу хоҡуғын алыу өсөн документтарҙы теркәүгә тик Рәсәй Федерацияһы гражданының паспорты һәм 5 минут ваҡытығыҙ етә, ти хеҙмәткәрҙәр.Ғаризаны онлайн Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша, йәғни, яҡындағы территориаль һайлау комиссияһында бирергә була. Йәшәгән урындан ситтә тауыш биреү тураһында 12 мартҡа тиклем хәбәр итеү мотлаҡ. Әммә был мөмкинлек менән бер тапҡыр ғына ҡулланырға мөмкин, ҡабаттан участканы алыштырырға ярамай.Тауыш биреүҙең төп үҙенсәлеге — һайлаусының бер участкаға бәйле булмауы. Граждандар хәҙер тауыш биреү участкаһын үҙ аллы һайлай ала.
10 февралгә президент һайлауында ҡатнашасаҡ кандидаттарҙың теүәл һаны билдәле буласаҡ
Тулыраҡ: 10 февралгә президент һайлауында ҡатнашасаҡ кандидаттарҙың теүәл һаны билдәле буласаҡ