Башҡортостанда әсәлек һәм балалыҡ менән бәйле пособиеларҙың күләме артты

Тулыраҡ: Башҡортостанда әсәлек һәм балалыҡ менән бәйле пособиеларҙың күләме артты

Балалы ғаиләләргә, шул иҫәптән бала тыуғас бер тапҡыр бирелә торған, сабыйҙы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн айлыҡ һәм йөклөлөктөң иртә срогында медицина ойошмаларына иҫәпкә баҫҡан өсөн пособиелар индексацияланды. Рәсәй Хөкүмәтенең 2018 йылдың 26 ғинуарындағы ҡарарына ярашлы, уларҙың күләме 2,5% арттырылды. Шулай итеп, район коэффициентын иҫәпкә алып, баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособиеның иң аҙ күләме тәүге бала өсөн — 3 мең 613 һум, икенсе һәм артабанғы сабыйҙар өсөн 7 мең 227 һум һумға етте. Бала тыуғас, ата-әсәгә бер тапҡыр 19 мең 272 һум түләнәсәк.