Башҡортостанда тимер юл аша сыға торған урындарҙа видеотеркәү пункттары ҡуйыла

Тулыраҡ: Башҡортостанда тимер юл аша сыға торған урындарҙа видеотеркәү пункттары ҡуйыла

Был айҙа Башҡортостанда тимер юл аша сыға торған урындарҙа фото һәм видеотеркәү пункттарын булдырыу буйынса эштәр башлана. Республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, водителдәрҙең һәм пассажирҙарҙың ғүмерен һаҡлау йәһәтенән был бик мөһим аҙым. Сөнки күптәр тимер юл аша үтеп өлгөрәм тип ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Фото һәм видео теркәү пункттары ҡуйылғас, ҡағиҙә боҙоусылар ҙа ҡырҡа аҙайыр, тип күҙаллайҙар дәүләт автоинспекцияһында.