Өфөлә йәшәүсе Рәфиә Сафина ишектә эленеп торған иғлан аша кер йыуыу машинаһының ҡулайламаларын көйләү өсөн оҫта саҡырта. Ҡатындың оло йәштә һәм өйҙә яңғыҙ булыуынан файҙаланып, оҫта техниканы бөтөнләй ҡарамай. Кәрәкле ҡағыҙҙарҙы тултырып, ҡултамға алғас, ул пенсионерҙан һигеҙ мең һум аҡса һорай. Үҙен оҫта тип танытҡан ир эшләгән сервис үҙәге ниндәй яуап ҡайтара. Дөрөҫлөктө асыҡлап булырмы? Мутлашыусылар ҡулына эләкмәҫ өсөн ниндәй ҡағиҙәләрҙе белеү мөһим? Рәфиә Сафина бер ай элек ишектә эленеп торған иғланға тап була. Кер йыуыу машинаһының ҡулайламаларын ғына көйләү маҡсаты менән ханым өйөнә ошо иғландағы телефон номерын йыйып оҫта саҡырта. Рәфиә Сафина әйтеүенсә, ир кеше техниканы бөтөнләй ҡарамай. Бүлмәгә сығып тиҙ генә документтар тултыра һәм клиенттан ҡултамға ҡуйҙырта һәм 8000 һум аҡса һорай.Рәфиә ханым аҡсаны оҫтаға тотторғанын аныҡ ҡына иҫләмәй. Мин үҙемде гипноз хәлендә һымаҡ тоя инем, ти ул. Мутлашыусылар ҡулына эләккәненә төшөнгәс, ханым булған хәлде улына һөйләй. Ул оҫта эшләгән сервис үҙәгенә дәғүә яҙа. Әммә уны бер кем дә ҡабул итмәй. Әйткәндәй, хеҙмәткәрҙәрҙән беҙгә лә бер ниндәй ҙә яуап алып булманы. Рәфиә Сафина был кер йыуыу машинаһын өс йыл элек яҡынса һигеҙ мең һумға һатып алған. Белгестәр билдәләүенсә, оҫта машинаның ҡулайламаларын ғына көйләү өсөн икеләтә хаҡ алған.Рәфиә Сафина оҫта биргән бөтә ҡағыҙҙарға ла ҡултамға ҡуйып өлгөргән. Шуға ла судта мутлашыусының ғәйепле икәнен иҫбатлауы ауырға төшәсәк. Шулай ҙа дөрөҫлөктө асыҡлап була. Тик бының өсөн кер йыуыу машинаһын тикшертеүгә бирергә кәрәк.Билдәле булыуынса, мутлашыусыллар күбеһенсә оло йәштәгеләрҙе алдай. Тәүҙә кешенең ышанысына инә улар. Шуға ла өйгә ниндәй ҙә булһа ойошманан хеҙмәткәр килһә, уның мотлаҡ рәүештә документын һәм ҡултамға ҡуя торған ҡағыҙҙарҙы тикшерергә кәңәш ителә.
Һигеҙ меңлек ремонт
Тулыраҡ: Һигеҙ меңлек ремонт