Башҡортостан Рәсәйҙә уҙғарылған иҫтәлекле сараларға ҡушыла. Сталинград һуғышында совет ғәскәрҙәренең немец-фашист илбаҫарҙарын ҡыйратыуына 75 йыл тулыу Өфөлә лә киң билдәләнәсәк. Милли йәштәр театрыда «Хәтер һәм дан юлдары менән!» күргәҙмәһе асыла, сәхнәлә иһә ике труппа артистары Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларына арналған «Заһир, Гөлшат һәм Берлиндың асҡысы» исемле патриотик спектакль күрһәтәсәк. Ҡала өсөн алыштарҙа 700 мең самаһы һалдат һәләк була. Сталинград янында еңеү Бөйөк Ватан һуғышының һынылышлы мәле-совет ғәскәрҙәре һөжүмгә күсә. Дошманды еңеүгә Башҡортостан яугирҙары ла тос өлөш индерә. 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының данлы юлы ла тап шунан башлана.
Беҙ еңеүсе
Тулыраҡ: Беҙ еңеүсе