Спортта сәйәсәт йәки ике халыҡ-ара ойошма ыҙғышы

Тулыраҡ: Спортта сәйәсәт йәки ике халыҡ-ара ойошма ыҙғышы

Допингҡа ҡаршы Бөтә донъя агентлығы Спорт арбитраж судының Рәсәй спортсыларынан санкцияларҙы алыуына етди борсолоу белдерҙе.Быға тиклем Рәсәйҙән 28 спортсы судҡа мөрәжәғәт итеп Халыҡ-ара олимпия комитеты ҡарары менән риза булмауын белдергәйне. Ниһәйәт, Спорт арбитраж суды олимпия комитетының спортсыларҙы Олимпиаданан ситләштереү тураһындағы ҡарарын ғәмәлдән сығарҙы. Владимир Путин Пхенчханда үтәсәк Олимпия уйындарында ҡатнашыусылар менән осрашыуында допинг вәзғиәте сәбәпле баҫымдан аралай алмағаны өсөн спортсыларҙан ғәфү үтенде. Рәсәй президенты билдәләүенсә, спортты сәйәсиләштерергә ярамай.