- Ростов өлкәһендә Көньяҡ хәрби округтың 150-се уҡсылар дивизияһының тактик әҙерлеге тикшерелде. Зенитсылар механикалаштырылған колонна составында билдәләнгән районға барҙы һәм шартлы дошмандың һауанан һөжүм итеүен кире ҡаҡты.
- Париж янында Сена йылғаһының кимәле 6 метрға- яҙғы ташҡын мәлендәге кимәлгә яҡынлаша. Йылғаға яҡын урынлашҡан йорттарҙан 2 меңгә яҡын кеше хәүефһеҙ урындарға күсерелгән.
- Америка президенты Рәсәйгә ҡаршы сираттағы санкцияларҙы индермәйәсәге тураһында белдерҙе. Политологтар Дональд Трамптың белә тороп конгрессҡа ҡаршы барыуын билдәләй. Сөнки демократтар фирҡәһе Мәскәүгә ҡарата яңы сикләүҙәр ҡабул итеү яҡлы.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре