Тирә-яҡ мөхиттең тулы сағылышын күреп, ишетеп беләбеҙ һәм таныйбыҙ. Әммә йәмғиәттә һөйләшеү, ишетеү, күреү ҡеүәһе төрлө кимәлдәге кешеләр йәшәй. Был функцияларҙы башҡарыусы ағзалары зәғифтәрҙең аралашыу мөмкинлеге сикле. Уларҙың тормошон еңеләйтеү өсөн Өфөнөң 42-се лицейы уҡыусыһы Артур Шәйхәтәров махсус программа уйлап тапҡан.Әңгәмәсенең фекерен тотоп ҡарау. Күрмәгән һәм ишетмәгән кешеләрҙең аралашыуы тап ошондай ҡалыпҡа ҡоролған. Ым-ишара телен һәм Морзе кодын белеү уларға бер-береһен аңларға ярҙам итә. 42-се лицейҙың 11-се класс уҡыусыһы Артур Шәйхәтәров бындай төр аралашыу заман технологияларынан ҡалышмаҫҡа тейеш, тип иҫәпләй һәм һуңғы ике йылда күреү һәм ишетеү мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн махсус программа эшләү менән мәшғүл.Артурҙың, уҡытыусыһы Сулпан Нафиҡова етәкселегендә әҙерләгән, “LiFeel – Тормошто тойоу” мобиль ҡушымтаһы төрлө ғилми-ғәмәли фестивалдәрҙә, күргәҙмәләрҙә һынау үткән. “Минең беренсе бизнесым” Бөтә Рәсәй бәйгеһендә 400 мең ҡатнашыусы араһынан иң өмөтлө 28 проект исемлегендә Артур Шәйхәтәровтың эше бар. Бәйгелә еңгән хәлдә егет 500 мең һумлыҡ ГРАНТ аласаҡ. Әлегә ҡушымта Артурҙың үҙендә генә бар. Шулай ҙа ул уны һуҡырҙар өсөн махсус китапхана уҡыусыларында һынап ҡараған. Ә киләсәктә “Тормошто тойоу” мобиль ҡушымта ярҙамында бөтә донъяның һаңрауҙары һәм һуҡырҙары бер-береһе менән аралаша һәм, иң мөһиме, әйтер һүҙҙәрен теүәлерәк еткерә алыуын теләй.
LiFeel – Тормошто тойоу
Тулыраҡ: LiFeel – Тормошто тойоу