“Халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге менән йәшәй йөҙйәшәр Башҡортостан”

Тулыраҡ: “Халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге менән йәшәй йөҙйәшәр Башҡортостан”

Республика башлығы грантына ойошторолған Башҡортостандың йөҙ йыллығына арналған марафон шулай атала. Өфөлә Хәйбулла районы ла үҙ күргәҙмәһен ойошторҙо. Гөлназ Сурина балаҫ, шәл һуғыу менән биш йыл шөғөлләнә. Йыл һайын Мәскәү, Екатеринбург, Санкт-Петербург һәм башҡа ҡала халҡын башҡорт йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырып сәйәхәт ҡыла ул. Кәзә дебетенән бәйләнгән кейем-һалымдарҙы Хәйбулла районы марафонында күргәҙмәгә килтереүҙән тыш, ул шунда уҡ уны эшләү серҙәренә лә өйрәтә. “Халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге менән йәшәй йөҙйәшәр Башҡортостан” тип аталған марафон Башҡортостандың 100 йыллығына арналған. Һәр 54 район үҙенең мәҙәни һәләтен күрһәтәсәк. Марафонда һәр район республикаға нигеҙ һалыуҙа өлөш индергән үҙ шәхестәрен иҫкә ала, район исемен күтәреүселәрҙе билдәләп үтә.Башҡорт халҡының милли кейемдәренән тыш, Хәйбулла районы күргәҙмәһендә ошондай ризыҡтар ҙа төп урынды алып тора. Бында, күренеүенсә, ҡорот, бауырһаҡ, бал, буҙа һәм башҡа тәмлекәстәр килтерелгән. Әйткәндәй, һәр бер килгән ҡунаҡ ауыҙ итә ала.Фестивалде Мәҙәниәт министрлығы, “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы” район хакимиәттәре менән берлектә үткәрә. Марафон төрлө район күргәҙмәләренән тыш, аралашыу урыны ла булып тора. Артабан марафонды Әлшәй районы дауам итәсәк.