Сәйфулла Дилмөхәмәтовҡа 86 йәш тулған булыр ине

Тулыраҡ: Сәйфулла Дилмөхәмәтовҡа 86 йәш тулған булыр ине

Сәйфулла Ишғәле улы Дилмөхәмәтов Йылайыр районы Иҫке Яҡуп ауылында тыуған. Бала саҡтан алып әсәһе башҡарыуында боронғо башҡорт йырҙарын яратып тыңлай. Әсәһе иҫ киткес һирәк тембр тауышына эйә була, халыҡ бейеүҙәрен дә матур башҡара.Ҡурай уның тормошона иртә йәштән инә – ҡурайҙа олатаһы, атаһы Ишғәле Шәмсетдин улы уйнай. Улар Сәйфулла Дилмөхәмәтовтың артабанғы яҙмышына йоғонто яһай ҙа инде. Сәйфулла Дилмөхәмәтов 2004 йылда вафат була һәм тыуған ауылында ерләнә. 2011 йылда уның иҫтәлегенә Аҡьярҙағы район мәҙәниәт һарайы бинаһында таҡташ асыла. Йыл һайын Хәйбулла районында Сәйфулла Дилмөхәмәтов исемендәге призға ҡурайсылар конкурсы ойошторола.