Стәрлетамаҡта емерелгән үткәүел янындағы йортта йәшәүселәр ғауға күтәрә

Тулыраҡ: Стәрлетамаҡта емерелгән үткәүел янындағы йортта йәшәүселәр ғауға күтәрә

Бында йәшәүселәр стеналар ишелеүенән ҡурҡа, әммә уларҙы ишетеүсе лә ярҙамға килеүсе лә юҡ. Мәсьәләне беҙҙең хәбәрселәр асыҡларға тырышты.Был ҡурҡыныс кадрҙар Стәрлетамаҡтың үҙәк урамдарының береһендә төшөрөлгән. Аҙна тирәһе элек заводтың файҙаланылмаған иҫке үткәүеле ишелеп төшкәйне. Ҡотҡарыусылар 140 кешене эвакуацияланы. Бәхеткә ҡорбандар һәм зыян күреүселәр юҡ. Был осраҡтан һуң йорттоң икенсе яҡ башындағы үткәүелде лә һүтергә ҡарар ителә. Әммә бөтә ҡалдыҡтар завод биләмәһенә индереп ауҙарыла. Милекселәр, ә уларҙың күпселеге бюджет өлкәһендә эшләүселәр ҡала хакимиәтенең бындай мөнәсәбәтенә ҡырҡа ҡаршы.Бының менән генә проблема сикләнмәй. Хәҙер кешеләр үҙ фатирында имен уянырына ла шикләнә. Тишек яматыр өсөн чиновниктар ишеген шаҡып тик кире яуап ҡына ишетә улар.Емерелгән үткәүелгә яҡын подъезда ҙур ярыҡтар барлыҡҡа килгән. Уның ни тиклем хәүефле булыуын бер кем дә әйтә алмай. Ә экспертизаны фатир хужаларына үҙ иҫәбенә эшләргә ҡушҡандар.Йөҙәрләгән фатир хужалырының һәр береһенән бындай аҡса йыйыу мөмкинлеге юҡ. Тимәк үткәүел артынан йорт ишелмәҫ тигән өмөт менән йәшәргә генә ҡала.