- Сүриәлә Рәсәй хәрби-һауа көстәренең СУ-25 самолеты бәреп төшөрөлгән биләмәне Рәсәй хәрбиҙәре утҡа тотҡан. Идлиб виләйәтендә “Джабхат ан-Нусра” төркөмөнән 30 террорсы юҡ ителгән.
- Киевта Грузияның экс-президенты, Одесса өлкәһенең элекке губернаторы Михаил Саакашвили яҡлылар митинҡа сыҡҡан. Улар Украина президенты Петр Порошенконың вафифаһынан китеүен талап иткән.
- Ҡытай ҡалаларында төрлө төҫтәге фонарҙәр һәм скульптуралар барлыҡҡа килде. Халыҡ 16 февраль яңы йылды ҡаршыларға әҙерләнә. Байрам алдынан йылда илдә фонарҙәр фестивале ойошторола.
- Новосибирск ҡалаһында йәшәүсе УАЗ нигеҙендә боҙҙан Мерседес машинаһын эшләгән. Уның ауырлығы биш тонна самаһы. Гирлянда менән биҙәлгән машина ҡала урамдарынан үткәндә уға һәр кем һоҡланып ҡарап ҡала, тигән оҫта.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре