Күгәрсен районында йәшәүсе Фәтҡуллиндар балыҡсылыҡ менән шөғөлләнеп ярайһы ғына мул табыш ала башлаған. Ҙур көс һәм аҡса талап иткән эшкә йүнселдәр былтыр ғына тотонған.Фәтҡуллиндар ғаиләһе 10 йылдан ашыу малсылыҡ, йылҡысылыҡ, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгәндән һуң үҙҙәрен яңы өлкәлә, балыҡ үрсетеү тармағында һынап ҡарарға була.Ҙур көс һәм аҡса талап иткән эшкә йүнселдәр былтыр, декабрь айында тотона. Шишмә аҡҡан урында махсус соҡорҙар ҡаҙып, яһалма быуа, һыу каналдарын эшләйҙәр. Ә инде ғинуарҙа үрсем өсөн тәүге селбәрәләр ебәрәләр.Бал ҡорто менән балыҡ тәрбиәләүҙең оҡшаш яҡтары күп, тиҙәр йүнселдәр. Уларҙың икеһенә лә наҙлы тәрбиә кәрәк. Һөмбаштар төрөнә ҡараған был балыҡтарға ла айырым ҡараш талап ителә. Ғаяз Камил улы әйтеүенсә, мәҫәлән, бағры балығына емде күп тә, аҙ ҙа бирергә ярамай. 4 понтонға бүленгән яһалма быуала үрсегән балыҡтарҙың дөйөм ауырлығы бөгөнгә центнерҙан ашыу. Алдағы йылда был һанды кәм тигәндә лә 2-3 тапҡырға арттырыу ҡаралған. Тимәк, һатыуға уртаса 300 килограмм самаһы балыҡ сығарыласаҡ. Сауҙа рәттәренә сығарылған бағры һәм бәрҙе балыҡтарының бер килограммы бөгөн уртаса 500 һумдан башлана. Тик һатыуға ҡуйылған бағры ауырлығы кәм тигәндә 600 грамм булырға тейеш. Шул саҡта ғына балыҡтың үҙҡиммәте тулыһынса аҡлана. Башҡа балыҡтарҙан айырмалы, бағры йыл әйләнәһенә үҫә. Мәҫәлән, был понтондағы бер балыҡтың ауырлығы уртаса 300 грамм. Йәйгә тиклем улар ярты киллограмдан ашыу буласаҡ. Тимәк уларҙы махсус урында һатырға, йәки балыҡсыларға ҡармаҡларға мөмкин буласаҡ.Бөгөн республикала кибеттәрендә һатылған балыҡтың тик 5% проценты ғына үҙебеҙҙә етештерелә. Мәҫәлән, Ҡарман балыҡ хужалығы йылына мең ярым тонна балыҡ үрсетә. Шуның ни бары биштән бер өлөшө, яҡынса 300 тоннаһы ғына республика ҡала. Башҡортостан райондарында әле балыҡсылыҡ менән шөғөләнергә мөмкинлек биргән бихисап быуалар буш тора. Һыу ятҡылыҡтарын ҡуртымға алыуҙа ла кәртәләр юҡ түгел. Күгәрсен районындағы эшҡыуарҙар ҙа, балыҡсылыҡ буйынса дәүләт программаларының камиллашыуына өмөт итә. Тап шул саҡта ғына Башҡортостанда башҡорт балығы тигән тауар маркаһын тергеҙеп буласаҡ.
Йүнсел йүнен таба
Тулыраҡ: Йүнсел йүнен таба