Стәрлетамаҡта Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы «Күптәрҙе бит йырҙар осраштыра» исемле сәхнәләштерелгән тамаша үтте. Билдәле шағир, ҡыйыу драматург ғүмерен һәм ижадын асыр өсөн режиссёр, Зиннур Сөләймәнов “Ашҡаҙар” башҡорт эстрада-фольклор төркөмө һәм башҡорт драма театры актёрҙарын берләштерҙе. Гүзәлиә Татлыбаева башҡарған “Аҡ шишмә”, Зөлфиә Әүбәкированың “Берәүҙең берәүенә”, Ғазинур Хужәхмәтовтың “Һиңә тағы мин бер киләм әле” тигән йырҙарына залда ултырған тамашасылар ҡушылды.
Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл
Тулыраҡ: Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл