Юлаевсылар урындағы балалар һәм үҫмерҙәр хоккей лигаһы һәм райондың йыйылма командаһы менән уйнаны. Йәш спортсылар үҙҙәренең кумирҙары, легендар хоккейсылар Александр Семак, Руслан Нуртдинов, Дмитрий Холепа, Олег Брандин һәм башҡа билдәле спорстылар менән осрашты. Көслө алҡыштар, алсаҡ йөҙ, ихлас йылмайыу һәм һоҡланғыс ҡараштар. Тәтешле районында легендар “Салауат Юлаев” командаһын түҙемһеҙләнеп көтөп алдылар. Көйәрмәндәр хоккейсыларҙы ҡаршылағансы, урындағы балалар һәм үҫмерҙәр хоккей лигаһы уйынға әҙерләнә. Ярыш алдынан “Салауат Юлаев” клубы ветерандары урындағы хоккейсыларға оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. Уйын алдынан ниндәй күнекмәләр ярҙамында тәнде яҙҙырырға, арҡа менән алға йөрөү ысулы, тиҙлекте арттырыу алымдары.Тәүҙә юлаевсылар балалар һәм үҫмерҙәр хоккей лигаһы менән уйнаны. Легендар хоккейсылар менән бер майҙансыҡта сығыш яһау, уларҙың файҙалы кәңәштәрен алыу йәш спорстыларҙа онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.Ә икенсе уйында ҡыҙыу ярыш башланды. Юлаевсыларға ҡаршы райондың йыйылма командаһы сыҡты. Тәтешлелә хоккейҙы үҫтереүгә күп көс һалына. Районда яратҡан спорт төрө менән шөғөлләнергә бөтә шарттар ҙа булдырылған. Урындағы йыйылма хоккей командаһының капитаны, уны ойоштороусы, спортҡа, сәләмәт йәшәү рәүешенә әйҙәүсе, рухландырыусы, илһамландырыусы Рушан Гәрәев. Район башлығы күп йәштәргә өлгө булып тора. “Салауат Юлаев” клубының ветерандары республика буйлап ошондай осрашыуҙарҙы йыш үткәрә. Йәштәрҙе өйрәтеү, дәртләндереү беҙҙең мөһим бурыстарҙың береһе, ти команданың тренеры Александр Семак. Ысынлап та, районда хоккейға иғтибар ҙур. Һәр ауылда тиерлек хоккей майҙансыҡтары бар. Легендар “Салауат Юлаев” командаһының ветерандары менән бөгөнгө осрашыу урындағы уйынсыларҙы сәмләндереп, ҙур еңеүҙәргә дәртләндерҙе. Кем белә, бәлки ошо район спортсылары киләсәктә ил, донъя кимәлендә сығыш яһап, республика данын яҡлар.
“Салауат Юлаев” хоккей клубының ветерандары Тәтешле районында иптәштәрсә осрашыу үткәрҙе
Тулыраҡ: “Салауат Юлаев” хоккей клубының ветерандары Тәтешле районында иптәштәрсә осрашыу үткәрҙе