Ғафури районының Красноусол ҡасабаһында мохтаждарҙы бушлай кейем-һалым һәм башҡа кәрәк-яраҡтар менән тьәмин итеү маҡсатында социаль магазин асылды. Кибет 50-гә яҡын ғаиләгә ярҙам күрһәткән. Роза ... был кибеткә даими ярҙам күрһәтеүселәрҙең береһе. Үҙенсәлекле сауҙа нөктәһе эшләй башлағандан алып, мөмкинлектәрем булған һайын ярҙам итергә тырышам ти, киң күңелле ханым. Руциә Дауытоваға бер үҙенә 3 ул тәрбиәләп үҫтерергә тура килә. Тап шул ваҡытта уға туғандары, яҡындары, дуҫтары ярҙам күрһәтә лә инде. Балалары үҫеп, оло тормошҡа аяҡ баҫҡас, социаль магазин асыу идеяһы килеп тыуҙы ла инде, ти кибет хужабикәһе.Изгелек эшлә лә һыуға һал – халыҡ белер, халыҡ белмәһә – балыҡ белер, ти халыҡ мәҡәле. Ҡасандыр башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләгән Руциә Фәтҡулла ҡыҙы, хәҙер республиканың төрлө райондарында мохтаждарға кейем-һалым, өй кәрәк яраҡтары һәм башҡа әйберҙәр менән ярҙам итергә әҙер.Тик миҙалдың икенсе яғы ла бар. Һатыу итеү өсөн тәғәйенләнгән урын булмағас, улар бөтөнләй йылытылмаған 20 квадрат метрлы бүлмәне ҡуртымға алырға мәжбүр. Ғафури районы хакимиәте был хәл буйынса ярҙам күрһәтәсеге тураһында белдерҙе. Ошо йәһәттән бөгөн төрлө юлдар ҡарала. “Рәхмәт” магазины хужалары, көндә тиерлек республиканың төрлө төбәктәренән тауарҙар ҡабул итеп мохтаждарға бушлай тарата. Алдағы йылдарҙа Дауытовтар ғаиләһе Башҡортостандың район-ҡалаларында ошондай уҡ социаль магазин асырға ниәтләй.
Ғафури районында социаль магазин асылды
Тулыраҡ: Ғафури районында социаль магазин асылды