- Севастополда СУ-25 штурмовигы пилоты Роман Филлиповты иҫкә алыу сараһы үтте. Йыйылыусылар шәмдәрҙе самолет формаһында теҙҙе. Роман Филлиповтың самолетын террорсылар Сүриәнең Идлиб виләйәтендә бәреп төшөргәйне.
- Доу Джонс сәнәғәт индексы түбән тәгәрәй. Дональд Трамп Америкала иҡтисади әүҙемлек тураһында һөйләгәндә төп күрһәткестәр 5 процент самаһына түбәнәйгән. Былтыр Трамп 2018 йыл Америка компаниялары һәм фонд баҙары өсөн иң уңышлыһы буласаҡ, тип белдергәйне.
- Рим хакимиәте төркиә президенты сәфәре ваҡытында манифестациялар үткәреүҙе тыйған. Курдтар иһә сикләүҙәргә ҡарамаҫтан ҡаршылыҡ акцияһына йыйылғаны. Полиция менән бәрелештәрҙә ике кеше ҡулға алынған.
- Мәскәү өлкәһендә торлаҡ комплексындағы бер фатирҙа газ баллоны шартлау сәбәпле 4 кеше яраланған. Тәфтиш комитеты тикшереү башлаған.
- Мәскәүҙә яңы йыл шыршыларын йыйыу дауам итә. Ғинуарҙа ғына 5 мең ҡупшыҡай үтилләштереү үҙәгенә тапшырылған. Һуңынан улар парктарҙа һәм айырыуса һаҡланған биләмәләрҙә тупраҡты яҡшыртыу өсөн тотоноласаҡ.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре