Башҡорт теле инглиз теле менән ауаздаш һәм уны өйрәнеүгә өҫтәмә мөмкинлектәр аса. Башҡорт теле буйынса республика олимпиадаһының быйылғы еңеүсеһе Маргарита АлександрОва шулай тип һанай. Баймаҡ районы Түбә ауылында йәшәүсе рус ҡыҙы Мостай Кәрим, Ноғман Мусин, Зәйнәб Биишева әҫәрҙәре менән ҡыҙыҡһына һәм әсә теленең өйрәнелмәгән үҙенсәлектәрен табыу тураһында хыяллана. Башҡорт теле уҡытыусыһын был мәктәптә башҡа милләт уҡыусылары ла башҡортса сәләмләп ҡаршы ала. Сәләмләү генә түгел, тиҫтерҙәре менән аралашыу, шиғыр ятлау ҙа уларға бер ни тормай. Уҡытыусы Дилә Исхаҡова өсөн үҙенең фәненә ҙур ҡыҙыҡһыныу булыуы яуаплылыҡ өҫтәй. Мөғәллим рус телле балалар өсөн үҙ методикаһын да уйлап тапҡан. Шуға ла бында барыһы ла тиерлек икенсе дәүләт телен тыуған тел булараҡ өйрәнеүҙе һайлаған.Республика олимпиадаһына ла ҡатнаш ғаиләлә тәрбиәләнгән уҡыусыны әҙерләп беренсе урын яулауға өлгәшәләр. Маргарита АлександрОва башҡорт теле менән икенсе синыфта ҡыҙыҡһына башлай. Ҡыҙ уның инглиз теле менән оҡшашлығын да таба. Маргаританың китап кәштәһендә рус классиктары менән бергә Мостай Кәрим, Ноғман Мусин, Зәйнәб Биишева әҫәрҙәре лә урын алған. Ерле халыҡ теленә һөйөү ғаиләләге тәрбиәнән дә килә. Атаһы керәшен, әсәһе башҡорт, өйҙә 3 телдә аралаша Александровтар. Борон алтын йыуыусылар ауылы булған Түбәлә ҡасандыр тиҫтәләгән милләт халҡы йәшәгән, прииска ябылғас, күптәр күсеп китә, кем өсөндөр был тыуған яҡҡа әүерелә.