Башҡаланың Дим районы юл төҙөкләндереү эштәренә тотондо

Тулыраҡ: Башҡаланың Дим районы юл төҙөкләндереү эштәренә тотондо

Соҡорҙарҙы ямау асфальтты ҡабаттан файҙаланыу ысулына нигеҙләнә. Инфраҡыҙыл нурланыш ярҙамында ҡыҙҙырып иретеүгә ҡоролған аппаратты юл төҙөүселәр Мәскәүҙән яҙҙырып алған. Ҡоролма Рәсәйҙә етештерелә. Иҫке асфальт өлөштәрен 180 градус эҫелеккә еткереүсе керамик газ яндырғыстары үҙҙәре 900 градусҡа тиклем ҡыҙа. Ирегән масса тырма менән таратылып, талап ителһә йәнә онтаҡ өҫтәп, тигеҙләп тығыҙландырыла. Юл төҙөүселәр был ысулды хеҙмәт һәм ваҡыт йәһәтенән һаҡсыл, тип тасуирлай.