Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, вирус йоҡтороусыларҙың береһе лә прививка эшләтмәгән булған. Төбәктә йәшәүселәрҙең 40 проценты, яҡынса 1 миллион 700 мең кеше вакцина алған. ГРИПП-ты ябай тымау тейеүҙән айырыу өсөн бер нисә мәғлүмәтте иҫтә тотоу мөһим. Тән температураһы ҡапыл күтәрелеп бер нисә сәғәт эсендә 39-40-ҡа етә, тән, баш ауырта, тирләтә, хәлһеҙлек һиҙелә. Шул уҡ ваҡытта йүткереү, тамаҡ шешеүе, тымау булмауы ла ихтимал. Башҡортостанда ГРИПП-тың артыуы һәм иң юғары кимәле ошо айҙың 2-се яртыһында булыр тип фаразлана.
Республикала ГРИПП менән сирләү осраҡтары теркәлә башланы
Тулыраҡ: Республикала ГРИПП менән сирләү осраҡтары теркәлә башланы