Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Олимпия уйындарында ҡатнашыу өсөн Көньяҡ Кореяға килеүсе Рәсәй хоккейсыларын Сеул аэропортында көйәрмәндәр Рәсәй флагын тотоп һәм гимнын йырлап ҡаршы алды.
  • Көнсығыш Гутаны утҡа тотоу һөҙөмтәһендә 47 кеше һәләк булған. Сүриәнең Идлиб һәм Көнсығыш Гута виләйәттәрендәге хәл халыҡ-ара комиссия ағзаларында етди борсолоу тыуҙыра. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы бер айға булһа ла Сүриәлә хәрби хәрәкәттәрҙе туҡтатырға саҡырҙы.
  • Ер тетрәү сәбәпле Тайваньдә отелдән 100 кеше эвакуацияланған. Фажиғә төнөн, кешеләр йоҡларға ятҡас теркәлгән. Ике кешенең һәләк булыуы, 200-ләп кешенең йәрәхәтләнеүе тураһында хәбәр ителә.
  • Үҙәк федераль округта фрирайд менән шөғөлләнеүселәр артҡан. Көн дә тиерлек яуған ҡар бының өсөн киң мөмкинлектәр аса. Мәскәүҙән Григорий Ким да джипҡа тағылып саңғыла башҡала урамдары буйлап шыуған.