Ил сәнәғәте киләсәге Стәрлетамаҡ конструкторҙары ҡулында

Тулыраҡ: Ил сәнәғәте киләсәге Стәрлетамаҡ конструкторҙары ҡулында

Башҡортостандағы иң ҙур станоктар төҙөү заводы яңы быуын станоктар сығарыуҙы яйға һалған. Ҡоролмалар оборона һәм көнкүреш өсөн иң ҡатмарлы продукцияларҙы ла етештереү мөмкинлеген аса. Ҡорос ҡойоу цехы эшселәренең һәр хәрәкәте сәғәт механизмындағы кеүек. Бында хаталанырға ярамай, ҡаҙан эсендә 1 мең 400 градуста ирегән металл. Буласаҡ деталдең сифаты ла тап ошо эшселәр ҡулында.Бында буласаҡ станоктарҙың өлөштәре ҡойола. Унан деталь эшкәртеүгә оҙатыла.Йылына Стәрлетамаҡ суйынсылары 1 мең тонна ҡорос ҡоя. Киләсәктә уны 6 тапҡырға арттырыу маҡсат. Был мөмкин, сөнки урындағы конструкторҙарҙың яңы асышына Рәсәй генә түгел сит илдәрҙән дә заказ бар. Бына ул Башҡортостан инженерҙарының асышы. Комплекс тимерҙе 5 яҡлап эшкәртергә һәләтле. Бының өсөн буласаҡ деталдең 5 Д форматындағы моделе компьютерға индерелә һәм ул микрондарға тиклем юғары дөрөҫлөк менән игәп сығарыла. Һәр станокты иң беренсе булып һынап ҡарау бәхете Павел Ивановҡа эләгә. Ҡоролма бөтә функцияларҙы теүәл үтәй икән шул саҡта ғына ул һатып алыусыға оҙатыла.Һәр станок махсус заказ буйынса әҙерләнә.Оборона сәнәғәте өсөн төп заводтарҙың береһе булған Өфө моторҙар эшләү берекмәһе лә Стәрлетамаҡ станоктарын һатып ала. Юғары теүәллек талап иткән станоктарҙың һәр детален эшләү өсөн тағы ла ҡеүәтлерәк ҡоролма кәрәк. Ә бында буласаҡ станоктар өсөн кабиналар әҙерләнә. Уныһы ла Стәрлетамаҡ конструкторҙары асышы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Одессанан күсерелгән станоктар төҙөү заводы бөтә илгә билдәле була. Әммә 90-сы йылдарҙа дәүләт заказы кәмей, Рәсәй сәнәғәте сит ил станоктарына өҫтөнлөк бирә. Һуңғы йылдарҙа шәхси инвестор көсө һәм дәүләт субсидиялары менән хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрә. Быйыл предприятие етештереү күләмен ике тапҡыр арттырып 200 станок етештерергә ниәтләй. Ә эшселәр һаны 800-ҙән 1 мең ярымға тиклем артасаҡ.