Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында премьераға әҙерләнәләр

Тулыраҡ: Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында премьераға әҙерләнәләр

Спектакль Александр Пушкиндың «Бәләкәй трагедиялар» циклының «Моцарт һәм Сальери», «Чума ваҡытындағы мәжлес» әҫәрҙәре буйынса ҡуйылды. Опера премьераһын тамашасылар 10 февралдә көтә. Әлегә театр коллективы репетицияларҙан бушамай.Өс генийҙан — бер сәхнә әҫәре. Пушкиндың ҡабатланмаҫ юлдарын күренекле композитор Римский-Корсаков һәм Цезарь Кюи көйҙәре оҙата. Тиҙҙән артистар костюмдарҙа операның генераль репетицияһына сығасаҡ. Әлегә уларҙың төп маҡсаты — образдарҙы мөмкин тиклем тәрәнерәк сағылдырыу. Кемдең ниндәй ролде башҡарыуын, тик тыңлап ҡына танырға була. Был — Сальери.Йәш һәм еңел-елпе Моцартты Сергей Сидоров уйнай. Ул үҙе лә геройына оҡшап тора. Шул уҡ партияны Әлим Ҡәйүмов та башҡарасаҡ. Пушкин прозаһы — тәрән мәғәнәле либреттола сағыла. Операның режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рөстәм Ғәлиев ике әҫәрҙе лә берләштереп үлем тураһында уйланырға мәжбүр итә.Ике төрлө ваҡиға, шулай ҙа Пушкин юҡҡа ғына уларҙы бер цикл эсенә индермәгән. Ике әҫәр бер-береһен тулыландырып, кешенең тормошондағы мәңгелек ҡиммәттәрҙе тағы ла көсәйтәсәк. Ә тамашаның бәләкәй сәхнәлә ҡуйылыуы — тамашасыларҙы сәхнәләге ваҡиғаларға тағы ла нығыраҡ яҡынайта.