Рәсәйҙән әлеге ваҡытта сит илдә булған 1 мең 700 кеше президент һайлауында һайлаусылар исемлегенә индереүҙе һорап ғариза яҙған. Был турала бөгөн Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр иттеләр. Сит илдәрҙә тауыш биреү өсөн 144 илдә 385 һайлау участкаһы булдырылған.Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһында Рәсәй Президентын һайлауҙы уҙғарыу менән бәйле һорауҙар буйынса «ҡыҙыу элемтә» асылды. Һорауҙарҙы 18 мартҡаса 8-800-347-54-54 телефоны буйынса бирергә мөмкин. «Ҡыҙыу элемтә» телефондарында Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары һәм Аппараты хеҙмәткәрҙәре дежур итә.Башҡортостан дәүләт хеҙмәте академияһының “Парламентариум” клубында бөгөн һайлаусы йәштәр әүҙемлеге тураһында әңгәмә үтте. Юғары уҡыу йорттары студенттары менән Республиканың үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова осрашты. Дәүләт хеҙмәте академияһының дискуссия клубы асылыуға быйыл 5 йыл. Студенттар бында илдең төрлө сәйәси эшмәкәрҙәре менән даими аралаша. 18 мартта үтәсәк ил президенты һайлауы алдынан йәштәрҙең электораль әүҙемлеген үҫтереү көнүҙәк бурыс. Башҡортостан һайлаусылары исемлегенең егерме ярым проценты йәштәр. Быйыл һайлаусыларҙың ун ярым проценты 18 йәшен тултырып беренсе тапҡыр тауыш бирергә әҙерләнә.Йәштәр һайлауҙарға етди әҙерләнеүен белдерә. Осрашыуға улар үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алырға ла килгән. Тауыш биреүсе йәштәр һайлаусы булараҡ гражданлыҡ бурысына ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай.
Һайлау-2018
Тулыраҡ: Һайлау-2018