Октябрский ҡалаһында пластмасстан эшләнгән һауыт-һабаларҙы тиҙҙән Европа баҙарына ла сығарыу ҡарала. Шажиҙә Аҙнабаева пластмастан һауыт-һабаларҙы етештереү заводында ун йыл эшләй. Ошо арауыҡта ҙур тәжрибә туплаған ханым хәҙер ҡашығаяҡ эшләүҙең бар серен белә. Һауыт бер техникала эшләнелһә, ә ҡапҡас эшләү ҡулайламаһы икенсе урында урынлаштырылған. Бер көн эсендә ике меңгә яҡын һауыт-һаба етештерелә. Төрлө күләмдәге биҙрәләр, уйынсыҡтар, гөл һауыттары – барыһы бер заводта эшләнелә. Тәү ҡарамаҡҡа ошондай бәләкәй генә фигуранан ҙур һауыт эшләп була. Бының өсөн уны махсус техникала кәрәкле урынға ҡуялар. Бер нисә секунд эсендә беҙ ошондай һауыт ҡулға алабыҙ. Тәү ҡарамаҡҡа был эш еңел һәм тиҙ күренә, әммә эшселәрҙең был эштә иң мөһиме етеҙ булыуы талап ителә.Заводта бөтәһе өс меңгә яҡын эшсе көс түгә. Улар етештергән һәр бер һауыт-һаба күргәҙмәгә ҡуйыла. Ҡашығаяҡтарҙан тыш, өҫтәл, эскәмйә, тартмалар ҙа үҙ урынын тапҡан. Әйткәндәй, пластмасстан яһалған әйберҙәрҙе әле икенсе илдәргә ебәреү мәсьәләһе ҡарала.Әммә Европа баҙарына сығарыу өсөн әйберҙәр мотлаҡ рәүештә сертификатлау үтергә тейеш. Был һорау Башҡортостан хөкүмәт президиумы ултырышында ла ҡаралды. Бынан тыш, «Халыҡтың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү һәм республиканың хеҙмәт баҙарын көйләү» программаһына ла үҙгәрештәр индереү мәсьәләһе тикшерелде. Быйыл был программаны тормошҡа ашырыу өсөн 187 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Импортты алмаштырыу йүнәлешендә республика предприятиелары әүҙемлек күрһәтә
Тулыраҡ: Импортты алмаштырыу йүнәлешендә республика предприятиелары әүҙемлек күрһәтә